Гөрләп килгән яҙҙың матур бер күренеше - йылы яҡтан тыуған төйәген һағынып ҡайтҡан ҡоштарҙы күҙәтеү. Был матур фотоларҙың авторы - Сибай ҡалаһынан Зәкиә Мәжитова. Зәкиа апай тәбиғәттең һәр мәлен тотоп алыуға һәләтле, башҡа бер кем дә күрмәгән матурлыҡты күрә белеүсе илһамлы кеше. Үҙенең үҙенсәлекле фотокадрҙары менән социаль селтәрҙә даими уртаҡлашып бара.
Ә ҡыр ҡаҙҙарының "ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ" тип һағынышлы сәләм ебәреп осоп ҡайтыуын Баймаҡ ҡалаһында төшөргәндәр.
Ә һеҙҙең төбәктә ниндәй ҡоштар ҡайтты?
Фотолар: Зәкиә Мәжитованың сәхифәһенән.
Видеояҙма:социаль селтәрҙән.