

Өфөнөң Урмансылар паркындағы вольер хужалығында йыл башынан биш айыу балаһы тыуған. Өс айға тиклем улар инәләре менән бергә тотола. Хайуандар үткән аҙнала ғына айырылған.
Көн тәртибе буйынса, айыуҙар ике сәғәт һайын ашатыла. Бер эскәндә литрға яҡын һөт эсәләр. Әле бәләкәй йәнлектәр ҡураға урынлаштырылған.
Өфөнөң «Горзеленхоз» идаралығының баш лесничийы Максим Щербаков һүҙҙәренсә, айыу балалары әүҙем һәм ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә, әле уларға яраҡлашыу бара. Улар өсөн исемдәр һайланмай, сөнки яҡын арала илдең цирк-зоопарктарына ебәрергә ниәтләйҙәр.
Фото һәм сығанаҡ: "Горобзор".