Ҡырағай мөхит
17 Апрель 2023, 17:30

Ул һәр ваҡыт яңғыҙ...

Бер нисә йыл элек бында фажиғә булғайны – браконьерҙар инә аҡҡошты атҡан.

Ул һәр ваҡыт яңғыҙ...Ул һәр ваҡыт яңғыҙ...
Ул һәр ваҡыт яңғыҙ...

Бөгөн Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙә моңһоу тарих тураһында яҙҙы.

“Тирлән быуаһына аҡҡоштар килде. Улар һәр ваҡыт өсәү, тиҙәр. Икәүһе – пар, һәм яңғыҙ аҡҡош.

Бер нисә йыл элек бында фажиғә булғайны – браконьерҙар инә аҡҡошты атҡан. Көҙөн парлы ҡоштар йылы яҡтарға китте, ә яңғыҙы тороп ҡалған ине. Быуала һыу туңды һәм аҡҡош беренсе боҙға ҡуша туңды. Ауыл кешеләре ветеринар саҡырған, ул ҡошто боҙ тотҡонан ҡотҡарҙы. Бәхеткә күрә, аҡҡош ҡотолғас, йылы яҡҡа осто.

Ул яҙ һайын әйләнеп ҡайта. Ҡайһы берҙә иптәштәре – парлы аҡҡоштар менән бергә йөҙә. Тик үҙе һәр ваҡыт яңғыҙ”, – тип яҙҙы ул.

Меҫкен ҡош бик йәл! Парлы йән эйәләренә теймәгеҙ!

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас