Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
21 Май 2023, 08:00

Быйылғы яҙ ғәжәпләндереүен дауам итә

32 градусҡа тиклем эҫетә! Ҡасанмы? 

Быйылғы яҙ ғәжәпләндереүен дауам итә
Быйылғы яҙ ғәжәпләндереүен дауам итә

Быйылғы иртә килгән яҙ һаман ғәжәпләндереүен дауам итә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы эш аҙнаһы йылы, хатта йәйгеләй эҫе көндәр менән ҡыуандырмаҡсы.

Иртәгә, 22 майҙа һауа температураһы 27 градусҡа тиклем күтәрелер тип көтөлә. Ә йома – 32 градус эҫе! Ел талғын, секундына 10 метр тиҙлек менән иҫә. Әллә ни яуым-төшөм дә көтөлмәй, шулай ҙа урыны менән йылы ямғырҙың яуыуы ихтимал.

Быйыл беҙҙе бығаса булмаған эҫе йәй көтә тиҙәр. Әллә был фараз ысынлап та тормошҡа ашырмы? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ниндәй йәй көтәһегеҙ?

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас