Ҡырағай мөхит
29 Май 2023, 14:27

Яңауылда – боҙло борсаҡ, Өфөлә – дауыллы ямғыр, Миәкәлә...

Миәкәнән тип, бик ҡурҡыныс видеояҙма ебәрҙеләр. Ысынмы-юҡмы был?

Яңауылда – боҙло борсаҡ, Өфөлә – дауыллы ямғыр, Миәкәлә...Яңауылда – боҙло борсаҡ, Өфөлә – дауыллы ямғыр, Миәкәлә...
Яңауылда – боҙло борсаҡ, Өфөлә – дауыллы ямғыр, Миәкәлә...

Бөгөн республикала ҡайһы бер урындарҙа елләп-дауыллап ямғыр, боҙло борсаҡ яуҙы. Мәҫәлән, Яңауыл районында боҙло борсаҡ яуып үтһә, Өфөлә дауыллы ҡойма ямғыр яуҙы - күп ерҙә ағастар ҡоланы, бер ҡатын менән бәләкәй малай зыян күргән, ел осорған вентиляция каналы килеп бәрелеп, еңел машинаны йәмшәйткән.

Ә "бөгөн Миәкә яғында" тип ебәргән видео бигерәк ҡурҡыныс - ауылды һыу баҫҡан, урамдан көслө ағым бөтә нәмәне йыуып алып китерҙәй булып аға. Ысынмы был, юҡмы... Шулай ҙа тәбиғәт ҡазаһы бәлә килтермәһен. Ямғыры кәрәк, әлбиттә, әммә һыу баҫыуҙарға тиклем барып етмәһен. 

Шул уҡ ваҡытта Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет яҡтарында бөгөн +33, +35 градус эҫелек. Ямғыр көтәләр.

Фото: https://vk.com/bashkiria_ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас