Ҡырағай мөхит
11 Июнь 2023, 11:00

Бер -бер артлы теҙелешеп...

Ниндәй илаһи күренеш!

Бер -бер артлы теҙелешеп...Бер -бер артлы теҙелешеп...
Бер -бер артлы теҙелешеп...

Кисә Баймаҡ районы һабантуйына барған саҡта, Баймаҡ ҡалаһы янындағы быуала бер-бер артлы аҡҡоштарҙың йөҙөп барыуын күргәс, фотоға төшөрмәйенсә булдыра алманым. Күрәһең, инәләре бәпкә сығара, ә ата аҡҡоштар теҙелешеп кенә быуа буйлап йөҙә ине. Нисек ошондай матурлыҡҡа һоҡланмайһың?!

Әйткәндәй, кисә Телеграм - каналда Иглин районында бер аҡҡошто атыуҙары хаҡында хәбәр ителде һәм изге ҡоштоң үле фотоһы ла ҡуйылды. Нисек аҡҡошто атырға ҡулдары күтәрелә ҡайһы бер әҙәмдәрҙең? Аҡҡош ҡарғышынан да ҡурҡмайынса...

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас