+20 °С
Болотло


Баймаҡ районынан Арсен Ҡоланбаев ҡаҙын таҡмаҡ әйтеп бейетә.
Ҡаҙ бәпкәләрен тәүге тапҡыр тышҡа сығарғас, ата ҡаҙ инә ҡаҙҙы ихласлап сәләмләп, баш эйеп, ҡаңҡылдап ҡаршы ала ине. Иң ҡыҙығы – һәр бәпкәне күҙ уңынан үткәрә. Һуңынан йә һыу һалынған тасты әйләндереп, йә түмәргә баҫып ҡанаттарын йәйеп тороп бейей. Был тамаша ни бары ике-өс минут дауам итә, әммә онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдыра.
Ә һеҙҙең ата ҡаҙығыҙ бейей инеме?
Видео: Арсен Ҡоланбаев.