

Быйыл ҡыр еләге бөтә ерҙә лә юҡ. Ә бына йылайырҙарға бәхет йылмайған, уңғандар көн дә яланда.
Ҡашҡар ауылынан Илүзә Ҡудашева йыл да еләкте ғаиләһенә етерлек кенә йыйып ҡалмай, һатыуға ла сығара. Егәрле ҡатын көн дә бер нисә биҙрә уңыш йыя.
- Кисә биш мең һумлыҡ һатҡайным, бөгөн бәләкәй улым ауырып торғас, ике биҙрә генә йыйҙым, - ти ул.
Әйткәндәй, еләкселәр күп, ялан тулып йөрөйҙәр. Ҡаланан килгәндәр ҙә күренә, ти. Еләк тәҡдим иткәндә, юҡ, беҙ үҙебеҙ йыябыҙ, тигән наҙлыҡайҙар, ҡояш эҫеһендә әлһерәп, себен-күгәүендән таланып, ҡыҫҡа шортылағы аяҡтары үләндән сәнселеп бөткәс, барыбер ауыл уңғандарының еләген һатып алып ҡайтып китә икән.
Шулай шул, еләк йыйыуы ла анһат түгел. Урында биш литрлыҡ биҙрәһен мең һумға һатыуҙары осһоҙ әле ул, баҙарҙа ул ҡиммәтерәк тора.
Еләк осоро - уҙа барһа, 10 көн. Өлгөрөп ҡалыр кәрәк, ти Илүзә.
Фото: И. Ҡудашева.