Ҡырағай мөхит
1 Июль 2023, 09:00

Айыу кешегә ташланған...

Ир иҫән ҡалған, тиҙәр.

Айыу кешегә ташланған...Айыу кешегә ташланған...
Айыу кешегә ташланған...

Кисә кис менән мессенджерҙарҙа ҡурҡыныс хәбәр таралды: кешегә айыу ташланған. Яңылыҡ Ишембай үҙәк район дауаханаһы исеменән тип тапшырылды. Имеш, уларға 1960 йылғы ирҙе килтергәндәр. Уның Салауат ҡалаһында йәшәгәне билдәле. Ирҙе айыу талаған тиҙәр, йәнлек уның башын һәм сәстәрен ҡутарып алған.

Хәбәр ителеүенсә, януар кешегә Ишембай районының Скварчиха ауылы янындағы урманда ташланған. Табиптар тиҙ арала иргә операция яһаған. Әле ул аңында түгел тиҙәр.

Был хәбәр ысынмы-юҡмы? Әлегә рәсми сығанаҡтарҙан мәғлүмәт юҡ. Әгәр һеҙ ишеткән булһағыҙ, комментарийҙарҙа яҙығыҙ. Аныҡлыҡ килеп сығыу менән тулы мәғлүмәт бирербеҙ.

Шулай ҙа урманға барғанда һаҡ булайыҡ. Ҡырағай йәнлектең үҙен нисек тоторон алдан күҙаллап булмай. Еләккә барыу фажиғә менән тамамланмаһын ине.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас