Бишбүләк яҡтарында байбаҡтарҙы ҡәҙерләйҙәр. "Баймаҡтан килеп еткәнсе бер хәрефен алмаштырған йәнлектәр" тип тә шаярталар.
Билдәле фотограф Станислав Шахов йыл да ваҡыт табып байбаҡтарҙы фотоға төшөрөргә бара икән.
Байбаҡтарҙы һаҡлаусы "Бишбүләк" заказнигының майҙаны — 14,5 гектар. Республикалағы берҙән-бер был заказникка 1989 йылда нигеҙ һалынған. Әлеге мәлдә бында 600-ҙән ашыу байбаҡ һанала.
Был йәнлектәр "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән. Тиреһе, ите, иң мөһиме, майы өсөн кеше уға һунар итә. Өлкән байбаҡ 8 – 10 килограмм ауырлыҡ йыя. Уның эске майы бурһыҡтыҡынан да файҙалыраҡ икән. Шуға байбаҡтар һаҡлауға мохтаж.
Ә һеҙҙең яҡта байбаҡтар бармы?
Станислав Шахов фотолары.