“Башҡортостан” милли тәбиғәт паркының ҡырағай йәнлектәрҙе күҙәткән фототоҙағына был юлы мышы һәм уның быҙауы эләккән.
- Мышы быҙауын тоҙ яларға алып килгән. Улар башлыса үлән һәм ботаҡтар ашағас, организмдарына тоҙ етмәй. Шуға инспекторҙар ҡырағай йәнлектәр өсөн ойошторолған “ашхана”ларҙа тоҙ һала. Был хайуандарға тейешле тоҙ миҡдарын тупларға ярҙам итә, - ти милли парк белгесе Гүзәл Хәкимова.
Фото һәм видео "Башҡортостан" милли тәбиғәт паркынан алынды.