Ҡырағай мөхит
10 Июль 2023, 03:55

Бөгөн 39 градус эҫе була!

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, дуҫтар! Һеҙҙең иғтибарға - ябай, әммә һөҙөмтәле кәңәштәр. 

Бөгөн 39 градус эҫе була!Бөгөн 39 градус эҫе була!
Бөгөн 39 градус эҫе була!

Һалҡынса июндән һуң июль айы йылы көндәре менән ҡыуандыра. Тик йылы көндәр аномаль эҫегә әйләнде лә китте. Ошо көндәрҙә 30 градустан ашыу эҫелек торҙо. Ә бөгөн, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа торошо + 39 градусҡа тиклем етәсәк.

“Ғәҙәттән тыш юғары янғын хәүефе һаҡлана. Шулай уҡ ел дә көслө буласаҡ, секундына 16 метр тиҙлектә иҫәсәк”, – тинеләр ведомствола.

Бындай көндәрҙә үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, ҡояш аҫтында булмау хәйерлерәк. Мөмкинлек булғанда эҫе һауа торошонда ауыр физик эш менән шөғөлләнмәгеҙ, магазиндар буйлап оҙаҡ йөрөмәгеҙ. Юлға күберәк ваҡыт бүлеп ҡуйығыҙ, эҫелә йөрөү тиҙлеге әкренәйә. Ҡояшҡа сығыуығыҙҙы иртәнге һәм киске сәғәттәр менән сикләргә тырышығыҙ. Сәғәт 10-ға тиклем һәм 16 сәғәттән һуң тышта йөрөгөҙ. Өлкән йәштәгеләргә һәм бәләкәй балаларға, шулай уҡ гипертония сирҙәренән яфаланғандарға табиптар урамға эҫелә сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Кәңәш үтәлмәҫтәй булһа, күләгәлә булырға тырышығыҙ, мотлаҡ баш кейеме кейегеҙ. Балаларҙы урамда, шәхси автомобилдә һ.б. ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Фото: "ГорОбзор". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас