

Тәбиғәт мөғжизәләре менән хайран ҡалдыра. Хәбәр итеүҙәренсә, Бөрйән яғында ла әле муйыл сәскә атҡан.
"Мәскәү өлкәһенән ҡунаҡҡа ҡайтҡан апайымды бала саҡта уйнап үҫкән ерҙәрҙе күрһәтергә алып сыҡҡайным, - тип яҙа етмеш йәшлек апай. - Ауыл ситендәге әрәмәгә етеү менән шаҡ ҡаттыҡ: муйыл яңынан сәскә атҡан! Тыуған яғын һағынып ҡайтҡан апайым хатта илап ебәрҙе. Кеше ышанмаҫ тип, бер нисә бөртөк ботағын һындырып алып ҡайттыҡ. Мин барыһын да ҡыуанысҡа юраным. Хәйерлегә булһын!"
Фото Ф. Ғилметдинованың шәхси архивынан.