

Волга буйы төбәктәрендә көслө ямғырҙар, ел-дауыл хакимлыҡ итә. Республикаларҙа зыян күргәндәр - яраланғандар һәм һәләк булғандар бар.
Кисә Мари Илендә күл буйында ял итеүселәрҙән һигеҙ кеше, шул иҫәптән өс бала һәләк булғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Тыумышы менән Стәрлебаш районынан булған 32 йәшлек Гөлнара һәм уның ике йәшлек һәм ике айлыҡ балалары. Ҡатындың ире ауыр хәлдә Волжск ҡалаһы дауаханаһында.
Гөлнара Өфөләге Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, фән һәм ижад кешеһе булған. Ғаиләһе менән Татарстандағы Питрәч районының Көйөк ауылында йәшәгән. Район хакимиәте башлығы Илһам Кашапов үҙенең телеграм-каналында: "Кисә Мари Илендә, Яльчик күле янындағы ураган арҡаһында Көйөк ауылынан ике ҡыҙы менән әсә кеше һәләк булды. Сәлимовтар ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Был - беҙҙең өсөн ҙур трагедия", - тип яҙған.
Шаһиттар белдереүенсә, киске сәғәт 18-15-тә генә көн тыныс торған, кешеләр һил күлдә һыу ингән - был мәлдә төшөргән фотоһүрәттәр ҙә бар. Ә өс минуттан көслө дауыл сыҡҡан, палаткаларҙы туҙҙырып, ағастарҙы ауҙарған. Кешеләр палаткаларға йәшенгән һәм уларҙың өҫтөнә ағастар ҡолаған...
Һауа торошо тотороҡһоҙ: әле генә ҡояшлы көн торһа, артынса ел сыға, ямғыр яуа. Шуға күрә һаҡ булығыҙ, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ебәргәс смс-хәбәрҙәрҙе инҡар итмәгеҙ.
Яҡташыбыҙҙың туғандарының, яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: социаль селтәрҙән.