+21 °С
Болотло


Йәйҙең һуңғы айында ниндәй һауа торошо булыры тураһында Башгидрометүҙәк синоптиктары фараздарын баҫтырҙы. Уға ярашлы, был айҙа йылы һауа торошо көтөлә.
Хәбәр ителеүенсә, уртаса һауа торошо норманан бер градусҡа юғары буласаҡ. Августың нормаһы – +17,2 градус.
Айлыҡ яуым-төшөмгә килгәндә, ул норманан түбәнерәк булыр тип көтөлә. Был күрһәткес 45-65 мм тәшкил итәсәк.
Шулай булғас, йәйҙең һуңғы айы ла матур килмәксе. Был ваҡытты файҙаланып уңыш йыйырға, ял итеп ҡалырға онотмағыҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.