

Ҡариҙел районындағы ауылдан бер ҡатын урманда хәлдән тайған ике ҡоралай балаһына осрай. Уларҙы алып ҡайтып, тәрбиәләргә тотона. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәнлектәрҙең тояғы һынған береһе үлә. Ә икенсеһе терелеп китә.
Хәҙер уныһын шешәнән һөт имеҙеп тәрбиәләйҙәр. Видеояҙманан күренеүенсә, малҡай ҡомһоҙланып имә, хужабикә "матур ҡылан" ти уға. Ҡоралай үҙен ҡотҡарған ҡатынға ныҡ эйәләшкән, уның янынан китмәй икән.
Әлегә кәңәш һораған егерь уны шулай ашатырға ҡушҡан. Нығынғас, ҡырағай мөхиткә ебәрерҙәр, моғайын.
Фото fonwall.ru