Ҡырағай мөхит
31 Август 2023, 16:00

Ауыл эргәһендә айыуҙар йөрөй

Ишембай районының Маҡар ауылы эргәһендә генә...

Ауыл эргәһендә айыуҙар йөрөйАуыл эргәһендә айыуҙар йөрөй
Ауыл эргәһендә айыуҙар йөрөй

Был хаҡта Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһының дәүләт инспекторы Вениамин Әхмәтйәнов хәбәр итә.

- Ауыл ситендәге, урманға яҡын урынлашҡан йорт хужалары шылтыратты. Урамдарына инә айыу менән балаһы инеп сыҡҡан. Инә айыуға дүрт йәш самаһы булһа, балаһы ҡыш уртаһында тыуған. Әле уның айырлығы 50 килограмм самаһы. Быйыл ҡоролоҡ арҡаһында урманда еләк-емеш аҙ булды, имән ағастарын ҡырау һуғыуы арҡаһында сәтләүектәр ҙә юҡ. Шуға урман йәнлектәре аҙыҡ эҙләп ауылдарға сыға. Урман эргәһендә йәшәгәндәргә айырыуса һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Һарайҙы төнгөлөккә ябып, урамда сүп-сар һәм аҙыҡ-түлек ҡалдығы ҡалдырмаҫҡа кәрәк, - тип кәңәш итә инспектор.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре хәбәр итеүенсә, республикала йәмғеһе 2 300 айыу һанала.

 

Фотолар Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһынан алынды.

Ауыл эргәһендә айыуҙар йөрөй
Ауыл эргәһендә айыуҙар йөрөй
Ауыл эргәһендә айыуҙар йөрөй
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас