Ҡырағай мөхит
31 Август 2023, 07:00

Чемпионат беҙҙә осраҡлы үтмәй

Башҡортостанда бай тәжрибә тупланған.

Чемпионат беҙҙә осраҡлы үтмәйЧемпионат беҙҙә осраҡлы үтмәй
Чемпионат беҙҙә осраҡлы үтмәй

16-22 сентябрҙә Башҡортостанда I "ГеоВызов" халыҡ-ара геологик чемпионат ойошторола. Сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы һәм Рәсәй ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәкселегенең ярҙамында үткәрелә.

Уның республикабыҙҙа уҙғарылыуы осраҡлы түгел. Башҡортостандың тәбиғәте иҫ киткес хозур, бынан тыш, бындай сараларҙы ойоштороуҙа беҙҙә бай тәжрибә бар. Чемпионатта ҡатаншыусылар Өфө ҡалаһында, шулай уҡ  Шишмә районының "Патриот" паркында, Архангел, Ишембай, Ғафури райондарында осрашасаҡ. Әлегә 20 команда тупланған, улар 11 тематик ярышта ҡатнашасаҡ.  Палеонтология, геохимия, гидрология, радиометрия, минералогия, петрография һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал.

– Мәғарифты һәм геология тармағын популярлаштырыу, ер аҫты байлыҡтарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, сәнәғәт һәм экология хәүефһеҙлеге йүнәлешендә яңы талаптарҙы тормошҡа ашырыу мотлаҡ үҙҙәренең емешен бирәсәк, – тип һөйләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе, ойоштороу комитеты рәйесе Азамат Абдрахманов. – Беҙ йәштәрҙе экологик яҡтан яҡшы итеп тәрбиәләргә бурыслы.

Фото: ufa.bezformata.com

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас