

Ошо көндәрҙә Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы янындағы айыуҙы төшөргән видеояҙма социаль селтәрҙә киң таралды. Видеола күренеүенсә, ауылға яҡын урында көпө-көндөҙ айыу йөрөй. Уны ҡатындар рәхәтләнеп видеоға төшөрә.
Кадр артында: "Был яҡҡа саба башлаһа, еңгәй, икәүләп ҡасабыҙ инде, әй. Вәт, маладис! Сәләм, айыуҡай! Ҙур бит әле ул!" - тигән тауыштар ҙа ишетәлә.
Бөрйән айыуы ла, кешеләрҙе сәләмләгәндәй, ике аяғына баҫып, бер аҙ ҡарап та тора.
Вәт, замана етте. Кеше - айыуҙан, айыу кешеләрҙән ҡурҡмай ҙа, өркмәй ҙә. Рәхәтләнеп фотоға ла төшөртә, видеоға ла яҙҙырта...
Фото: видеонан скриншот.