

Башҡортостанда 16-22 сентябрҙә «ГеоВызов» беренсе халыҡ-ара геология чемпионаты үтә. Унда Рәсәй төбәктәренән 20 команда, шулай уҡ Ҡаҙағстандан вәкилдәр ҡатнаша.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Геология институты директоры, геология-минералогия фәндәре докторы Сергей Ковалев белдереүенсә, был - Ер үҫешенең миллиард ярым йылын тәшкил иткән тотош киҫелештең ун бер саҡрымы.
«Бындай урын донъяла бер ҡайҙа ла юҡ. Беҙҙә шулай уҡ Ҡыраҡа комплексы бар - ул мантиялар фрагменты, шихандар, «алтын сөйҙәр» һәм башҡалар», - тине ул.
Фото: ойоштороу комитеты.