

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тауҙан төшөп килгән ике тайыштабанды видеоға төшөрөп алғандар.
Видеояҙманың авторы – Фидалиә Ҡунаҡҡужина. “Ҡыҙым менән икебеҙ булдыҡ, ул видеоға төшөрҙө. Беҙҙең кәртә эргәһенән төштөләр. Үҙебеҙ ҡыуып ебәрҙек. Артабан ике малай мотоциклда алыҫҡараҡ ҡыуҙы. Төндә айыуҙар кире килде”, - ти Мөнирә апай Ҡансурина.
Һуңғы ваҡытта айыуҙарҙың ауыл тирәһенә үтә лә яҡын килеүе йыш күҙәтелә. Быны ҡайһы берәүҙәр урман янғындары, урманда йыртҡыстар ашарлыҡ ризыҡтың кәмеүе менән аңлата. Икенселәр хәлде һунар итеүҙе сикләүгә, йыртҡыс йәнлектәрҙең һанының артыуына бәйләй. Нисек кенә булмаһын, мал-тыуар көтөп, шунан алған табышҡа ҡарап йәшәгән ауыл халҡы өсөн айыу-бүренең ауыл тирәһенә килеүе хәүеф-хәтәр тыуҙыра. Малға ғына түгел, тәү сиратта, кешенең үҙе өсөн ҡурҡыныс.
Әгәр ауыл эргәһендә йыртҡыс йәнлек күрһәгеҙ, был хаҡта «112» телефоны аша хәбәр итегеҙ. Уларға яҡын килеү хәүефле икәнен онотмағыҙ. Әгәр бәлә янаһа, көслө тауыш сығарып өркөтөргә тырышығыҙ.
Фото: Роман Афанасьев фотоһы.