Ҡырағай мөхит
12 Декабрь 2023, 10:00

Йышайҙы был төлкөләр...

Был юлы хәйләкәр хайуан көрәк урларға маташҡан.

Йышайҙы был төлкөләр...Йышайҙы был төлкөләр...
Йышайҙы был төлкөләр...

Һуңғы ваҡытта төлкөләрҙең ауылдарға йыш "ҡунаҡ"ҡа килеүен хәбәр итһәк, был юлы ерән ҡойроҡло хәйләкәр хайуан ҡала урамдарында ла күренә башлаған. Күптән түгел Өфөлә бер дауахана янында төлкө йөрөүе тураһында видеояҙма социаль селтәрҙә таралһа, был юлы уға бәйле хәл Октябрьский ҡалаһында теркәлгән.

Төлкөнө урындағы халыҡ  “Йондоҙло” паркында  көрәк урларға йөрөгәндә күреп, видеоға төшөргән.  Хәйләкәр төлкө, кешеләрҙән дә  ҡурҡып тормай, урам йыйыштырыусының  көрәген алып китергә маташҡан, әммә быны булдыра алмаған. 

Урманда ғына түгел, урамдарҙа ла һаҡ булығыҙ! Кешеләрҙән ҡурҡмайынса, ауыл-ҡалаларға килгән хайуандар төрлө йоғошло сирҙәрҙе таратыусы булыуы ла ихтимал. 

Фото: "Башинформ". 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас