Ҡырағай мөхит
15 Декабрь 2023, 02:00

Аҡ өкө тотҡонға эләккән

Салауат районының Лағыр ауылына ҡышларға аҡ (поляр) өкө килгән. Тик матур ҡош, йылынам тип...

Аҡ өкө тотҡонға эләккәнАҡ өкө тотҡонға эләккән
Аҡ өкө тотҡонға эләккән

Салауат районының Лағыр урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Зәбир Ситдиҡов һөйләүенсә, ҡош һыуыҡта ҡаҙанлыҡ торбаһында йылынмаҡсы булған. Йылыға ирәүәнләп китеп, яңылыш эсенә төшөп киткән.

Кешеләргә иһә уны тотҡондан сығарыуы еңелдән булмай, әммә бәлә тураһында белеп ҡалғас, "Аҡбуҙат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Басир Әхмәдов һәм ҡаҙанлыҡ операторы Флүр Әхтәров ҡошто ҡотҡарып ҡала.

Ҡанатлы ҡунаҡты йылыталар, ашаталар һәм иреккә ебәрәләр. "Башҡортостанда Себер тарафтарына ҡарағанда ла һыуыҡ", тип ҡош кире осоп киткән, имеш.

Фото Зәбир Ситдиҡовтың шәхси альбомынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас