+21 °С
Болотло


Яңы йыл байрамдарын ҡайҙа үткәрергә белмәһәгеҙ, Белорет районы Шығай ауылы янындағы Тимур Эниевтың боландары янына барығыҙ. Унда һеҙҙең өсөн төньяҡ боландары менән фото төшөү, уларҙы ашатып ҡарау, ултырып йөрөү кеүек мөмкинлектәр тыуҙырылған. Боландар хаҡында иҫ киткес күп мәғлүмәттәр алырға мөмкин, шулай уҡ йылы сәй эсеү ҙә ҡаралған.
Балаларға бигерәк тә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс буласаҡ!
Фото һәм видео: Рәйлә Мөлөкова.