Хәйбулла районына сираттағы командировкаға барған саҡта, ғәжәйеп күренешкә тап булдым әле. Бала саҡта өйгә кәзә һәм һарыҡ бәрәстәрен индерә торғайныҡ, хатта быҙауҡайҙы ла индергәндәрен күргәнем булды. Нимә- нимә, тауыҡты өйгә, йылыға индереп, уны тәрбиәләгәндәрен тәүгә күреүем. "Алтын йомортҡа" һалмай һалмауын, әммә бөгөн күкәйҙең хаҡы саманан тыш артҡан саҡта, Төркиәнән килгән йомортҡаларҙы һатып алғанса, йылыла, өйҙә тауығыңды ашатып, эсереп тәрбиәләү - күпкә арзан сыға түгелме? Афарин, Фәхерниса апай! Һис тә юғалып ҡалмаған...
Ә һеҙҙең тауыҡтарығыҙ ҡайҙа йомортҡа һала?
Автор фотоһы.