Ҡырағай мөхит
20 Февраль 2024, 02:00

Кәбән аҫтында кем йоҡлай?

Сысҡандыр тинем. Ярай, ҡуян йә төлкөлөр. Әммә бындайҙы һис көтмәгәйнем... 

Кәбән аҫтында кем йоҡлай?Кәбән аҫтында кем йоҡлай?
Кәбән аҫтында кем йоҡлай?

Артур Иҙелбаев ҡыҙыҡ видеояҙмаға юлыҡҡан һәм уны сәхифәһендә урынлаштырған. 

Ҡыш көнө кешеләр трактор менән бесән артынан барған. Әммә кәбән аҫтында бер хайуандың йәшеренгәнен һиҙеп ҡалғандар. Бесән тейәгес ҡулайлама менән ипләп кенә бесәнде күтәрә торғас, унан ҙур ғына ҡыр сусҡаһы сығып ҡасҡан.

Аңлатыуҙарынса, ҡыр сусҡаһы төнөн йөрөй. Ә көндөҙ шулай йәшеренеп серем итеп ала. Һунарсыларҙан оҫта ҡаса икән.

Марат Бәхтийәров фотоһы.

Сығанаҡ: https://vk.com/id324000246

Видео: https://vk.com/id324000246?z=video324000246_456239904%2Fc13c783a86ee44c336%2Fpl_wall_324000246

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас