Ҡырағай мөхит
22 Февраль 2024, 03:00

Таң менән сәйер ҡунаҡ килгән

"Кем ул һин?" тигән һорауға өндәшмәй ултыра бирә ул...

Таң менән сәйер ҡунаҡ килгәнТаң менән сәйер ҡунаҡ килгән
Таң менән сәйер ҡунаҡ килгән

Күгәрсен районының Төпсән ауылында иртә менән тышҡа сыҡҡан хужабикә бик матур күренешкә тап була: кәртәлектә ергә ҡаҙалған вертикаль һайғау башында ябалаҡ ултыра.

"Кем ул һин, әй? Кем ул һин? Ҡунаҡҡа килдеңме? Төндән аҙашып ҡалдыңмы? Ем кәрәкме һиңә?" тип өндәшеүҙәргә әйләнеп ҡараған ҡош бер аҙҙан осоп та китә. 

Резеда Айытҡужина ошо иртәнге хозурлыҡҡа һоҡланып төшөргән видеояҙмаһын сәхифәһенә һалған. 

Архив фотоһы: Р. Нуреева.

Сығанаҡ: https://vk.com/id163778096

Видео: https://vk.com/id163778096?z=video163778096_456239853%2Fe6464cfaf370e0d5db%2Fpl_wall_163778096 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас