Башҡортостандың тәбиғәт парктарында туристар һаны бермә-бер кәмеүгә ҡарамаҫтан, инспекторҙарҙың эше етерлек. Был хаҡта Башҡортостандың Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы етәксеһе Таһир Бәҙретдинов социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.
- Тәбиғәт парктары хеҙмәткәрҙәре ҡар менән көрәшә тип башығыҙға ла килмәйҙер. Тик быйыл ҡар күп булыу сәбәпле, алтаҡталар, беседкаларҙы ҡарҙан таҙартырға тура килә, сөнки уларҙың ауыр ҡар аҫтында емерелеп төшөүе ихтимал. Шуға бергәләшеп тәү сиратта “Ирәмәл” тәбиғәт паркында был эште атҡарҙыҡ. Тап ошо паркта ҡышын да туристар күп була. Әйткәндәй, йыл башынан тәбиғәт парктарына ике меңдән ашыу кеше килгән. Шуларҙың 1,5 меңе тап “Ирәмәл”де һайлаған, – ти Таһир Бәҙретдинов.
15 ғинуарҙан инспекторҙар ҡыр хайуандарының ҡышҡы иҫәбен алып барыу менән дә әүҙем шөғөлләнә. Был алым тәбиғәт парктарында күпме ҡыр йәнлеге йәшәгәнен теүәл белергә ярҙам итә. Дирекцияның 60-тан ашыу хеҙмәткәре 106 маршрут буйынса үтергә тейеш. Барлығы 493 мең гектар майҙанда тикшереү үткәрәсәктәр. Иҫәп март башында тамамланасаҡ.
Фотолар Башҡортостандың Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһынан алынды.