Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
21 Март , 11:00

Сәйер сусҡа бәрәсе тыуған

Зәғифлегенә ҡарамай, ул хатта йүгереп маташа икән. 

Сәйер сусҡа бәрәсе тыуған
Сәйер сусҡа бәрәсе тыуған

Башҡортостанда сәйер сусҡа бәрәсе тыуған. Был хәл Ауырғазы районының Бишҡайын ауылында йәшәгән Осиповтар ғаиләһендә булған. Сусҡа 12 февралдә бәрәсләгән. Тик берәүһенең алғы тояҡтары зәғиф, дөрөҫөрәге аномаль булып тыуған. Бер тояҡ урынына уныҡы – икәү.

“Аургазинский вестник” гәзите хәбәр итеүенсә, был күренеш полидактилия тип атала (артыҡ “бармаҡтар”). Ул генетика аша күсә һәм, ғәҙәттә, хайуандың һаулығына тәьҫир итмәй.  

– Ул йәшәп китмәҫ тип уйлағайныҡ. Дуняшаны ныҡ ҡына ҡараныҡ, һөт имеҙҙек. Хәҙер уға айҙан ашыуыраҡ. Тояҡтарында етешһеҙлеге булыуға ҡарамаҫтан, хатта йүгерә. Шаяртып “беҙҙең мутант” тип йөрөтәбеҙ,– тип һөйләгән хужабикә Елена Осипова.

Фото: “Аургазинский вестник”. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: