Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
28 Март , 12:00

Өйҙәрен һыу баҫҡан!

Хәләл көс менән йыйылған бөтә нәмә әрәм булған...

Өйҙәрен һыу баҫҡан!
Өйҙәрен һыу баҫҡан!

Һуңғы көндәрҙә яуған ямғырҙар арҡаһында ҡар күпләп ирей башланы. Быйыл ул күп булды, ауылдарҙа уны таҙартҡас, окоп эсендә ултырған кеүек өйҙәр ҙә байтаҡ. 

Һөҙөмтәлә ҡар һыуы йорт-ҡаралтыны баҫа башланы. Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында шундай хәлдә ҡалған бер өйҙөң видеоһын "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә ҡарағыҙ. 

Яҙғы ташҡынға әҙер тороғоҙ, сөнки әле йылғалар боҙҙан әрселмәгән. МЧС хеҙмәткәрҙәренең кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ. Уяу булығыҙ!

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Видео: социаль селтәрҙән.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: