Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
28 Март , 12:30

Зубрҙарҙы күҙәтәләр

Киләсәктә уларҙың һаны меңгә етәсәк.

Зубрҙарҙы күҙәтәләр
Зубрҙарҙы күҙәтәләр

"Ростелеком" Башҡортостандың Мораҙым тарлауығында зубрҙарға видеокүҙәтеү ойошторҙо. Ул "Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркы территорияһында телеком-инфраструктураһын булдырҙы, унда былтыр белорус зубрҙарын килтергәйнеләр. Оператор урман зонаһында 11 видеокүҙәтеү камераһы урынлаштырҙы һәм тәбиғәт паркының ҡунаҡ майҙанында Wi-Fi ойошторҙо.

Юлия Аксенова, "Ростелеком" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостанда корпоратив һәм дәүләт сегменттары менән эшләү буйынса директоры: "Һанлы сервистар ярҙамында хеҙмәткәрҙәр зубрҙарҙың хәрәкәтен күҙәтә, хайуандарҙы ваҡытында ашатыуҙы контролдә тота, пропуск пункттарында турникеттар һәм шлагбаумдар менән дистанцион рәүештә идара итә", - тип белдерҙе.

Таһир Бәҙертдинов, Башҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекция директоры: "Һанлы сервистар индереү тәбиғәт паркы инспекторҙарының эшен еңеләйтәсәк, уларға хайуандарҙы күҙәтергә, шулай уҡ туристар ағымын көйләргә ярҙам итәсәк. Яңы пропуск системаһы ярҙамында беҙ паркта күпме кеше булыуын теүәл беләсәкбеҙ", - тине.

Башҡорт зубры популяцияһын тергеҙеү буйынса ғилми проект былтыр старт алды. Беловежск ҡарурманынан 18 хайуан килтерелгәйне. Уларҙың бер өлөшө демонстрация вольерҙарында тора, ҡалғандары тәбиғәттә йәшәй. Зубрҙар Мораҙым тарлауығында үҙҙәрен яҡшы тоя. Зоологтар уйлауынса, ваҡыт үтеү менән улар күрше тәбиғәт биләмәләренә лә тараласаҡ. Киләсәктә популяцияһы меңгә тиклем үҫергә тейеш.

Павел Буркин фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: