Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
30 Март , 10:00

Ташҡын аттарҙы ла алып китә...

Малҡайҙар ярға сыға алмай кешнәй... Кемдер был Баймаҡта, кемдер - Хәйбуллала, кемдер - Ҡаҙағстанда, ти. Беҙ был урындың ысынында ҡайҙа икәнен белештек.

Ташҡын аттарҙы ла алып китә...
Ташҡын аттарҙы ла алып китә...

Ямғырҙар яуып, ҡар күпләп иреү сәбәпле, тирә-яҡты - юлдарҙы, ихаталарҙы, өйҙәрҙе һыу баҫа ла башланы. Тиҙҙән йылғаларҙа боҙ ҡуҙғаласаҡ.

Ә бына Ырымбур өлкәһендә аттар өйөрө бәләгә тарыған. Ырымбур төбәк телевидениеһына Домбаров районының Корсунский ҡасабаһы кешеләре ебәргән видеояҙмала көтөүселәр ярҙа тора, бер нисә ат йылғаны йөҙөп сыға, ә ҡайһы берҙәрен боҙло һыу алып китә... Сыға алдылармы-юҡмы - билдәһеҙ.

Беҙҙә лә һаҡ, уяу булырға, ташҡынға алдан әҙерләнергә кәрәк. Һыу баҫыу хәүефе булған урындарҙа өй беренсә йөрөгән МЧС хеҙмәткәрҙәренең иҫкәртеүҙәрен инҡар итмәҫкә, кәңәштәрен теүәл үтәү зарур. 

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Видео сығанағы: https://vk.com/ortplaneta?z=video-44428408_456253727%2F07d80ebc508bd346ab%2Fpl_wall_-44428408

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: