Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
2 Апрель , 07:00

Аҡ ҡайынды һөйөп маҡтайҙар...

Шифалы ҡайын япраҡтары һәм һырғалары йыйыр ваҡытты үткәреп ебәрмәгеҙ.

Аҡ ҡайынды һөйөп маҡтайҙар...
Аҡ ҡайынды һөйөп маҡтайҙар...

Ҡайын тураһында матур йырҙар бик күп, халыҡ уны элек-электән яратып, эргәһендә матур байрамдар ойошторған. Кешеләр ҡайын һыуының шифаһын белгән, май айында йәш япраҡлы ботаҡтарынан миндектәр бәйләгән. Бала саҡта һәр кем ошо халыҡ йырын белә һәм уны яратып йырлай торғайны:

Япраҡтары йәшел аҡ ҡайындың

Хәтфә йәйгән кеүек һәр яғы,

Әйлән-бәйлән уйнай йәш балалар,

Гөрләп тора һәр көн тау яғы...

Ҡайындар шауын, уның тәбиғи матурлығын яратабыҙ. Ә уның беҙ белмәгән әллә күпме шифалары бар! Яҙ етеү менән ҡайында тәүге япраҡтар ярылыу менән емешлек һәм һеркә һырғалары күренә башлай. Ботаҡ остарында аҫылынып торған эре һырғаларҙан шифалы төнәтмәләр эшләргә мөмкин булыуын беләһегеҙме?

Яңы ғына йыйып алған ҡайын һырғаларына спиртлы эсемлек ҡойоп төнәтергә ҡуялар һәм тамсылап ҡына йөрәк сирҙәрендә ҡулланалар. Төнәтмәне әҙерләү өсөн быяла банканың өстән ике өлөшөн һырға менән тултырып, өҫтөнә сыҡҡансы араҡы ҡоялар һәм өҫтөн ябып, ике аҙнаға төнәтергә ҡуялар.

Доза – 20 тамсынан бер балғалаҡҡа тиклем. Ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр эсегеҙ. Ҡайын бөрөләренән дә, ҡулға йәбешеп торған йәш ҡайын япраҡтарынан да шундай шифалы төнәтмә яһарға мөмкин. Был төнәтмәләр йөрәк эшмәкәрлеге менән бәйле шешенеүҙәрҙе кәметергә ярҙам итә. Тик йыйыу ваҡытын ҡулдан ысҡындырмағыҙ, йәш япраҡтар йәбешеүсәнлеген һәм хуш еҫен юғалтмаҫ элек йыя һалығыҙ.

Ҡайын япраҡтарына һыу ҡойоп яһалған төнәтмә – холециститты дауалауҙа иң зарарһыҙ дарыу. Бының өсөн ике ҡалаҡ ваҡланған япраҡ һалынған стаканға ҡайнар һыу ҡойоп төнәтегеҙ. Бер ай тирәһе эсергә мөмкин, ти халыҡ дауаларын өйрәнеүселәр.

Бөгөнгө кәңәштәрҙе биргәндә республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә яҡшы билдәле тәбиғәт байлыҡтарын оҙаҡ йылдар өйрәнгән Рим Билал улы Ахмедовтың белеменә таяндыҡ.

ИҒТИБАР! Кемдең ниндәй кәңәш биреүенә ҡарамаҫтан, тәүҙә мотлаҡ табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ булыуын иҫкә төшөрәбеҙ. Сирҙәрҙең ни тиклем күп һәм төрлө булыуынан тыш, һәр кемдең организмы ла үҙенсәлекле, айырым ҡараш һәм дауа талап итә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: