Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
3 Апрель , 18:15

Зубрҙар нимә ашай?

"Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркында әлегә ирекле вольерҙа йәшәгән зубрҙар тураһына матбуғат биттәрендә күп һөйләйҙәр. Улар нимә ашарға ярата? Үҙҙәрен нисек тоя? Был хаҡта билдәле эколог һөйләй.

Зубрҙар нимә ашай?
Зубрҙар нимә ашай?

Фәрит АБДУЛЛИН, Башҡортостандың Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы етәксеһе урынбаҫары:

– Башҡортостан биләмәһендә был хайуандар тәү сиратта һунарсылар арҡаһында юҡҡа сыҡҡан. Ваҡытында уларҙы ит өсөн күпләп аулағандар. Европа киңлектәрендә улар иркен йәшәгән. Үткән быуаттың башында бөтөн донъяла 48 зубр тороп ҡалған. Башҡортостанда үрсетелгәндәре киләсәктә был төр хайуандарҙың генетик яҡтан тергеҙелгән яңы тоҡомо буласаҡ. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә зубрҙарҙы үрсетеү эше әүҙем алып барыла. Башҡортостанда иһә киләсәктә уларҙың һанын меңгә еткерергә иҫәп бар. Экологтар билдәләүенсә, биш йылдан уларҙың һаны 50-гә етергә тейеш. Ике йылға бер тапҡыр быҙаулағас, улар тиҙ үрсер тип өмөтләнергә ярамай. Әлеге мәлдә зубрҙарҙы Смоленск, Брянск, Вологодск өлкәләрендә үрсетәләр. Был төбәктәрҙә ҡыштар Башҡортостанға ҡарағанда ла ҡатыраҡ. Шуға ҡарамаҫтан, улар үҙҙәрен һәйбәт тоя.

Зубрҙар вольерҙа йәшәгәндә, улар менән һоҡланып өлгөрҙөм. Уларҙы иреккә сығарғас, был форсаттан мәхрүм ҡалдыҡ. Улар һиҙгер, һәйбәт ишетә. Кешенән ҡурҡалар. 100 – 150 метрға яҡыныраҡ үҙҙәренә ебәрмәйҙәр. Ҡалын йөндәре ҡышын һалҡындан, йәйен себен-серәкәйҙән һаҡлай. Йыртҡыстарҙың зубрҙарға һөжүм итеүе икеле. Хатта айыу ҙа уларға яҡынларға ҡурҡыр тип уйлайбыҙ. Үгеҙҙәрҙең ауырлығы - 900 – 1200 килограмм. Йыртҡыс яҡынлаша башлаһа, улар көтөүҙе бер урынға туплай. Уртаға быҙауҙарҙы алалар, өлкәндәре мөгөҙҙәрен әҙерләй һәм йыртҡысҡа ҡаршы тора.

Зубрҙар ашаған ерҙә видеотоҙаҡ ҡуйылған. Белгестәр һәр ваҡыт уларҙы күҙәтә.

Зубрҙарҙы ҡарау, тәрбиәләү мәсьәләләре буйынса Белоруссия белгестәре менән гел кәңәшләшеп торабыҙ. Улар беҙгә ике тапҡыр килеп китте, Мәскәүҙән комиссия килде. Был комиссия составына зубрҙар йәшәгән ҡурсаулыҡтар белгестәре ингән ине, улар беҙҙең эшкә юғары баһа бирҙе.

Зубрҙар өсөн махсус ашхана булдырылған. Көнөнә 10 - 15 литр һыу эсәләр. Ағас кәритәгә һоло һалына, улар уны яратып ашай. Тоҙ яраталар.

 

Фото Фәрит Абдуллиндың шәхс архивынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: