Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
8 Апрель , 08:00

Ҡасан +23 градуслыҡ йылы килер?

Ә алдағы көндәрҙә ямғыр, ҡар яуа... 

Ҡасан +23 градуслыҡ йылы килер?
Ҡасан +23 градуслыҡ йылы килер?

Бер нисә көн апрель йылы көндәре менән ҡыуандырҙы ла, йәнә һыуытты. Йылы көндәр ҡасан әйләнеп ҡайтыр? Алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтә? Һорауҙарға яуапты Башгидрометүҙәк синоптиктары бирә.

8, 9, 10 апрелдә ҡарлы ямғыр яуа. Бөгөн төндә -1, +4 градус йылы була, ҡар һәм ямғыр яуа. Көндөҙ ямғыр ғына яуасаҡ, һауа температураһы +5, +10.

Иртәгә лә ямғыр яуа. Төндә +1, +6, көндөҙ +8, +13 градус. 10 апрелдә ҡарлы ямғыр яуа, төндә 0, +5, көндөҙ +6, +11 градус йылы.

Тик күңел йылыны көтә. Синоптиктар әйтеүенсә, аҙна аҙағында ҡапыл йылыта. 14 апрелдә +21 градус йылы була. Йылы һәм ҡоро көндәр шишәмбегә тиклем дауам итәсәк һәм +23-кә тиклем йылытасаҡ. Һәм йәнә һыуыта, ти синоптиктар.

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: