Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
10 Апрель , 23:30

Урманға инергә ҡурҡмаҫбыҙмы?

Шүлгәнташ мәмерйәһендә 15 мең йыл элек төшөрөлгән һүрәттәр араһында улар ҙа бар.

Урманға инергә ҡурҡмаҫбыҙмы?
Урманға инергә ҡурҡмаҫбыҙмы?

Былтыр ғинуар айында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Белоруссияға эш сәфәре мәлендә “Беловежская пуща” милли паркынан бер нисә зубр алып ҡайтыу теләген белдерә. Белорус Президенты хакимиәте етәксеһе Юрий Назаров әңгәмә барышында зубрҙарҙың һаны артыуы, уларҙың ауыл хужалығы тармағына зыян килтереүе тураһында әйткәс, Радий Хәбиров ҡасандыр Башҡортостан биләмәһендә лә был хайуандарҙың йәшәүе, әммә кеше эшмәкәрлеге һәм тәбиғәт шарттарының үҙгәреүе арҡаһында уларҙың республикала юҡҡа сығыуы тураһында һөйләй. Ошо һөйләшеүҙән һуң, Башҡортостанға ике тиҫтәгә яҡын зубр алып килергә ҡарар итәләр.

Шунда уҡ эш төркөмө булдырыла. Унда Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге, Башҡортостан буйынса ветеринария идаралығы, Россельхознадзор вәкилдәре инә. Белгестәр зубрҙарҙы ҡайҙа урынлаштырыу тураһында уйлана башлай. Бының өсөн өс урын һайлана: “Торатау” геопаркы, Стәрлебаш районындағы һунарсылыҡ хужалығы һәм “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы биләмәһендәге Ыҡ дәүләт заказнигы. Тап ошо урын зубрҙар өсөн иң ҡулайлыһы тип табыла. Улар өсөн махсус урын булдырыла. Зоолог Сергей Герасимов билдәләүенсә, зубрҙар ҡатнаш урманда йәшәргә тейеш. “Торатау” геопаркына туристар күпләп килә, шуға был урында малдарға өйрәнеп китеүе ауыр булыр тип күҙаллана.

 

80-се йылдарҙағы тәжрибә

 

Башҡорт АССР-ының ул ваҡыттағы урман хужалығы министры Марсель Абдуловтың башланғысы менән баш ҡаланың урмансылар паркына өс зубр алып киләләр. Бында ҙур вольер ойошторола. Улар тәүҙә үҙҙәрен һәйбәт тоя, әммә үҙгәртеп ҡороу заманында зубрҙарға тейешле иғтибар бүленмәй. Шул арҡала уларҙың быҙауҙары булмай. Ашау етмәү арҡаһында улар ауырый башлай һәм һәләк була.

 

Берегеп китерҙәрме?

 

Адаптация тураһында һүҙ барғанда, шуны ла билдәләп китергә кәрәк: зубрҙарҙы Башҡортостанға бик уңайлы ваҡытта алып киләләр: улар һутлы үлән ашап, ҡышҡылыҡҡа май йыйып өлгөрә. Уңышлы ҡышлау тап ошо факторҙарға бәйле. Алыҫ ара үткән, йәшәү урынын алмаштырған хайуандарҙан быйыл үрсеү көтөргә кәрәкмәйҙер, тип фаразлай экологтар. Уларҙың туйы йәй йәки көҙ айҙарында була, ә туғыҙ айҙан һуң (яҡынса май-июндә) 20 - 25 килограмм ауырлыҡтағы быҙау тыуа. Тәбиғәт шарттары һәйбәт булып, ашау етһә, инә зубр ике йылға бер быҙаулай. 12 – 20 зубр бер көтөүгә берләшә. Бында инә мал һәм быҙауҙар туплана, ә үгеҙҙәр яңғыҙ көн күрергә күнеккән. Көтөүгә улар ҡышын ғына ҡушыла, башлыса уларҙы йыртҡыс хайуандарҙан яҡлау өсөн.

 

Урманға инергә ҡурҡмаҫбыҙмы?

 

Күптәр зубрҙар күбәйеп китһә, был Башҡортостандың экосистемаһына нисек йоғонто яһар тип борсола. Зубрҙарҙы күсереү буйынса эшсе төркөм вәкилдәре билдәләүенсә, Башҡортостанда уларға йәшәү өсөн яраҡлы биләмәләр етерлек. Киләсәктә улар иреккә сығарыла ҡалһа, ауылдарҙан, ауыл хужалығы үҫешмәгән урманлы-таулы урынға ебәреләсәк.

 

“Беловежская пуща” зыян күрмәйәсәк

 

“Беловежский пуща” милли паркы мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылда был биләмәлә 703 зубр йәшәгән. Был 2021 йыл башына ҡарағанда 28-гә күберәк. 117 үгеҙ, 402 орғасы, 107 быҙау иҫәпләнгән.

Һуңғы йылдарҙа зубрҙарҙың һаны бермә-бер артыуы күҙәтелә. Хатта улар ауыл хужалығы ерҙәренә сығып, сәсеүлектәргә зыян килтерә башлаған.

Шул уҡ ваҡытта Белоруссияла зубр Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Уларға закон буйынса һунар итергә мөмкин, тик өлкән һәм ауырыу хайуандарға ғына.

Анатолий Ермоленко фотоһы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: