Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
12 Апрель , 22:20

Урман патруле өсөн техника һатып алынды

Республиканың Урман хужалығы министрлығы юлһыҙ ерҙән дә йөрөй алырлыҡ һигеҙ урман патруле машинаһы: алты LADA Niva Legend һәм ике LADA Niva Travel автомобиле һатып алған.

Урман патруле өсөн техника һатып алынды
Урман патруле өсөн техника һатып алынды

Урманды контролдә тотоу сифатын күтәреү маҡсатында, шулай уҡ «Урман хужалығын үҫтереү» федераль программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республиканың Урман хужалығы министрлығы юлһыҙ ерҙән дә йөрөй алырлыҡ һигеҙ урман патруле машинаһы: алты LADA Niva Legend һәм ике LADA Niva Travel автомобиле һатып алған. Бының өсөн  8,6 миллион һум аҡса бүленгән. Бөгөн техниканы Стәрлетамаҡ, Әбйәлил, Дыуан, Өфө, Бөрө, Белорет район-ара биләмә бүлектәренә тапшырыу тантанаһы үтте.

– Техниканы янғын хәүефе янаған миҙгел башланыр алдынан тапшырыуыбыҙ ҡыуандыра, – тине Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Урман хужалығы техникаһы урман майҙанын тәрбиәләргә, һаҡларға, эшкәртергә булышлыҡ итә. Федераль проект буйынса тракторҙар, ағас ултыртыу машиналары, юлһыҙ ерҙән үтә алған автомобилдәр, культиваторҙар, башҡа төр машиналар һәм ҡорамалдар һатып алына.

“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты һәм “Урман хужалығын үҫтереү” федераль программаһы ярҙамында 2019–2023 йылдарҙа Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы 613 миллион һумлыҡ 989 техника берәмеге һәм ҡорамал һатып алған.

Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/23576/

Урман патруле өсөн техника һатып алынды
Урман патруле өсөн техника һатып алынды
Урман патруле өсөн техника һатып алынды
Урман патруле өсөн техника һатып алынды
Урман патруле өсөн техника һатып алынды
Урман патруле өсөн техника һатып алынды
Урман патруле өсөн техника һатып алынды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: