Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
14 Апрель , 21:00

Эйәртенешеп айыуҙар йөрөй!

Улар тау шыуа йә иһә балалары менән уйнай.

Эйәртенешеп айыуҙар йөрөй!
Эйәртенешеп айыуҙар йөрөй!

Һуңғы көндәрҙә социаль селтәрҙә Ейәнсура районы халҡы айыуҙарға бәйле видеояҙмаларҙы күп һала.

Кемеһелер тау башында инә айыуҙың балалары менән ҡарҙа аунап, тау шыуғанын төшөрһә, икенсе видеояҙмала инә айыу ике балаһын эйәртеп йөрөгән бик матур күренеште тота алғандар. 

Күрәһең, тайыштабандар ҙа ҡышҡы өңөнән сығып, балаларын өйрәтергә, уларҙы тәбиғәт менән таныштырырға алып сыҡҡандыр. Шуға күрә тәбиғәткә ял итергә барыусыларҙы иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Юлығыҙҙа айыу осрап ҡуймаһын, инә айыу балаларын ҡыҙғанып кешегә ташланыуы бик ихтимал.

Фото: видеонан скриншот.

Видео: "Үҫәргәндәр ере - Ейәнсура" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: