Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
15 Апрель , 20:45

Эҫетә!

Ҡасанмы? Күп көтөргә ҡалманы!

Эҫетә!
Эҫетә!

Быйыл яҙ иртә килә. Апрель башындағы йылы көндәр бер нисә көндә ҡарҙы иретеп бөтөрҙө. Тик уҙған ялдар йәнә һалҡын булды. Шулай ҙа синоптиктар алда йылы, хатта апрель өсөн эҫе көндәр вәғәҙәләй.

Бишгидрометүҙәк белгестәре белдереүенсә, йылы көндәр шаршамбы әйләнеп ҡайта. 16 апрелдә һауа температураһы көндөҙ +11, +16 градус, төндә +2, +7 градус йылы була.

17 апрелдә тағы ла йылыраҡ булмаҡсы. Төндә +1, +6 градус йылы булһа, көндөҙ +15, +20 градусҡаса йылылыҡ көтә.

Йома көндө + 27, ә ялдарҙа 20 һәм 21 апрелдә 23-26 градус йылы булыуы көтөлә.

Тик йылы көндәр менән бергә киҫкен елдәр иҫеүе, ямғырҙар һәм хатта йәшенле ямғырҙар яуыуы ихтимал.  

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: