Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
15 Апрель , 15:00

Һуйырҙың уйнаған сағымы икән...

Әллә ошоно һуйырҙың уйнаған сағы, тиҙәрме икән? Юҡтыр, бында уның тауышында ниндәйҙер хәүеф, янында кешеләр йөрөгәнгә ризаһыҙлыҡ белдереү һымаҡ ауаздар ишетелеп ҡала ла инде?

Һуйырҙың уйнаған сағымы икән...
Һуйырҙың уйнаған сағымы икән...

Өфөләге Мәжит Ғафури йорт-музейы мөдире, филология фәндәре кандидаты, күренекле ғалимә һәм тәнҡитсе Ғәҙилә Бүләкова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә һуйырға бәйле бик матур яҙма урынлаштырған. Уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

"Әллә ошоно һуйырҙың уйнаған сағы, тиҙәрме икән? Юҡтыр, бында уның тауышында ниндәйҙер хәүеф, янында кешеләр йөрөгәнгә ризаһыҙлыҡ белдереү һымаҡ ауаздар ишетелеп ҡала ла инде? Әйткәндәй, беҙ бәләкәй саҡта атай мәрхүм һуйырға йөрөштөрә торғайны. Бер ваҡыт ул, һуйыр уйнағанын ишетһен тип, үҙе менән 10-11 йәшлек ағайымды ла төнө менән урманға алып сыҡҡан ине. Ҡайтҡас, көлөп һөйләгәне хәтерҙә ҡалған: таң атып ҡына килгән саҡта улар урманға барып етә лә, атай мәрхүм, ағайымды бер ағас төбөндә ҡалдырып, һуйыр уйнаған тауыш сыҡҡан яҡҡа китә. Ә һуйырҙар шул тиклем һаҡҡолаҡ була икән: атайҙың аяҡ тауышын ишетеү менән, теге уйнап ултырған һуйыр осоп китә лә ағайым ултырған ағастан алыҫ түгел урынға килеп төшөп, ныҡ итеп уйнарға тотона. Ағайым һуйырҙың бар донъяһын онотоп уйнап ултырыуын күрә лә, ипләп кенә һыҙғырып, атайға тауыш бирмәксе була. Шул баланың саҡ ҡына һыҙғырған тауышын ишетеү менән, һуйыр ҡаптыр - ҡоптор килеп осоп та китә. Ҡыҫҡаһы, һуйырҙар ныҡ һаҡҡолаҡ була һәм улар яҡын тирәлә кеше барын һиҙеп ҡалһа, бөтөнләй уйнамай, тип һөйләй торғайны атай мәрхүм. Ә был һуйыр баҫырға йөрөгән тауыҡ һымаҡ ҡорҡолдап йөрөй ҙә баһа? Әллә замандар үтеү менән, ҡырағай йәнлектәр һәм ҡоштарҙың да үҙ - үҙҙәрен тотошо, холҡо үҙгәрә микән? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?"- тип яҙған Ғәһилә Мөҙәрис ҡыҙы.

Ысынлап та, ә һеҙҙең һуйырҙың уйнаған сағын күргәнегеҙ бармы?

Сығанаҡ һәм видео: Ғәҙилә Бүләкова.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: