Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
17 Апрель , 09:00

Аномаль эҫе көндәр килә!

Бындай уҡ апрелде күргәнегеҙ булдымы?

Аномаль эҫе көндәр килә!
Аномаль эҫе көндәр килә!

Бер ни тиклем һалҡынайтҡандан һуң, көндәр йәнә йылынасаҡ тип алдан хәбәр иткәйнек. Был апрель айына хас: бер йылыта, бер һыуыта. Әммә алдағы көндәрҙе һауа торошо беҙҙе аптыратмаҡсы.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала аномаль эҫе көндәр көтә. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы фаразы буйынса, 18 апрелдән 22-нә тиклем Башҡортостанда урыны менән аномаль эҫе һауа торошо көтөлә, температура норманан 7-12 градусҡа юғары була. Әйтеүҙәренсә, +27 градусҡа тиклем йылытасаҡ.

Һеҙ бындай эҫе апрелде иҫләйһегеҙме? Нимә кейеп сығырға ла белмәй аптырап ҡалырбыҙмы икән? Шулай ҙа эҫе көндәрҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. 

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: