Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
17 Апрель , 16:25

Ауыл уртаһында – ҡабандар

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, улар йөрөгән-йөрөгән дә, артабан...

Ауыл уртаһында – ҡабандар
Ауыл уртаһында – ҡабандар

Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә видеояҙма таралды. Унда күренеүенсә, ҡабандар ауыл уртаһы буйлап йөрөп ята. Асыҡланыуынса, был хәл Ишембай районының Ураҙбай ауылында булған.

Видеола күренеүенсә, бер ҙур һәм ике бәләкәйерәк ҡабан кешенән дә ҡурҡмайынса ауыл уртаһында йөрөп ята. Үҙҙәренә һыҙғырыусыға ла иғтибар итеп тормағандар. 

Ауыл халҡы әйтеүенсә, улар бер кемгә лә зыян килтермәгән, йөрөгән-йөрөгәндәр ҙә, артабан “үҙ эштәре” менән урман яғына киткәндәр.

Һуңғы йылдарҙа ҡырағай йәнлектәр кешеләргә ныҡ яҡынлашты. Айыуҙар, боландар, төлкөләр, мышылар һәм ҡабандар ауыл ғына түгел, хатта ҡалаларға килә башланы.

Фотолар: Ураҙбай ауылы чатынан.

Ауыл уртаһында – ҡабандар
Ауыл уртаһында – ҡабандар
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: