Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
21 Апрель , 20:00

Эҫе ялҡытманымы әле?

Аномаль эҫелектең ҡасан бөтөрө асыҡланды. 

Эҫе ялҡытманымы әле?
Эҫе ялҡытманымы әле?

Был аҙнала Башҡортостанға апрель өсөн аномаль эҫе көндәр килде. Быға тиклем булмағанса, ай уртаһындағы эҫелек + 30 градусҡа етә яҙҙы. Өфөлә 19 апрелдә рекорд теркәлде – һауа температураһы +29,3 градусҡа етте.

Бөгөн иһә был тиклем эҫе көндәрҙең ҡасан бөтөрө билдәле булды. Был турала метеорологтар хәбәр итә. Шулай итеп, республикала шишәмбе, 23 апрелдә “һыуыта” башлай. Был көндө һауа температураһы +26 градустан ашыу күтәрелмәйәсәк, ә төндө +18 генә була.

24 апрелдән һуң иһә ямғырлы көндәр башланыр тип көтөлә. Көндөҙ һауа температураһы +19, төндә +12 градус ҡына буласаҡ. 25 апрелдән һуң һәм ай тамамланғансы термометр бағанаһы +16, +18 градустан юғары күтәрелмәйәсәк һәм ямғырҙар яуасаҡ.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: