Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
25 Апрель , 22:00

"Бер көн торһа, үлә ине..."

Салауат Нәжип улы, эттәре менән урманда йөрөргә сыҡҡас, бик йәлләткес күренешкә юлыға.

"Бер көн торһа, үлә ине..."
"Бер көн торһа, үлә ине..."

Әбйәлил районынан билдәле парапланерист, балалар өсөн авиамоделизм түңәрәген алып барған Салауат Фазлетдинов кискә ҡарай ике эте менән урманда йөрөп килергә сыға. Шул эттәр Дауыт ауылынан алыҫ түгел бысранып, асығып бөткән ҡолонсаҡты табып, ныҡ итеп өрә башлай.

Салауат Нәжип улы тауыш килгән яҡҡа барып, ҡолондо күргәс, тиҙ арала таныштарына, дуҫтарына шылтыратып, уның хужаһын асыҡлай. Һәм малҡайҙы ҡыуып алып ҡайтып инәһенә ҡуша.

"Ныҡ өшөгән һәм асыҡҡан, бысранып бөткәйне. Тағы бер көн торһа, үлә ине", - тигән ул.

Эттәренә рәхмәт әйтеп, "ҡотҡарыусыларым" тип тә өҫтәгән.

Эттәр ҙә маладис, Салауат Фазлетдиновҡа ла рәхмәт!

Фото: С. Фазлетдинов.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: