Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
29 Апрель , 17:00

Ҡотҡарыусылар ашығыс иҫкәртеү менән сығыш яһаны

Алдағы ике көндә һаҡ булығыҙ.

Ҡотҡарыусылар ашығыс иҫкәртеү менән сығыш яһаны
Ҡотҡарыусылар ашығыс иҫкәртеү менән сығыш яһаны

Башҡортостанда һауа шарттарының боҙолоуы сәбәпле дауыл хәүефе иғлан ителде. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы мәғлүмәте буйынса, 29 апрелдә киске сәғәт 8-ҙән 30 апрелдә киске 8-гә тиклем аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Урыны менән республика буйлап ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, төндә көньяҡ-көнсығышта көслө ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк, урыны менән секундына 15 метрға етәсәк, дауыл сығыуы бар.

Һауа температураһы төндә 1, 6 градус йылы, төньяҡ һәм таулы райондарҙа һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүе ихтимал, 0,-2 градусҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ 10, 15 градусҡа тиклем йылытасаҡ.

Иртән һәм төндә автомобиль юлдарында урыны менән томан төшөүе көтөлә, күреү мөмкинлеге - 500-1000 метр.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: