Бөтә яңылыҡтар

Йылы көндәрҙе ҡасан көтөргә?

Синоптиктар ҡыуандырмай әле. Хатта тағы ла һыуытасаҡ.

Йылы көндәрҙе ҡасан көтөргә?
Йылы көндәрҙе ҡасан көтөргә?

Апрелдең һуңғы көндәре аномаль эҫе торҙо ла, оҙайлы ялдарҙа һыуытты. Урыны менән ямғыр яуа, ҡырау төшә, һауа температураһы 15 градустан ашыу йылытмай. Күптәрҙе бер һорау борсой: йылы көндәр ҡасан кире әйләнеп ҡайтыр һуң?

Синоптиктар нимә ти һуң? Юҡ, улар ҙа ҡыуандырмай, йылы һауа торошо тиҙ генә булмай әле. 2 майҙа уртаса һауа температураһы норманан 1-2 градусҡа түбәнерәк. Көндөҙ температура плюс 11, 16, төндә 1, 6 кимәлендә була. Шул уҡ ваҡытта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы ла ихтимал.

3, 4 һәм 5 майҙа Башҡортостанда тағы ла һыуытасаҡ. Ошо хаҡта Гисметео порталында мәғлүмәт бар. Яуым-төшөм ихтималлығы һаҡланып, көндөҙгө сәғәттәрҙә 9, 10 градусҡаса һыуыта, төндә иһә 4, 5 градусҡа тиклем.

Киләһе аҙнаның башында, 6 майҙа, көндөң бер ай йылыныуын көтөргә була, термометр бағанаһы Цельсий буйынса плюс 15, 16 градус күрһәтәсәк.

Республикала киләһе йылы һауа тулҡыны 12-13 майҙа ғына көтөлә, көндөҙгө уртаса температура плюс 19, 22 градусҡа етәсәк. Шул уҡ ваҡытта республикала ҡоро һәм ҡояшлы буласаҡ. Май аҙағына тиклем ошондай уңайлы һауа торошо һаҡлана, тип вәғәҙәләй метеорологтар.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: