Бөтә яңылыҡтар

Ура! Йылыта!

Тик ҡасан? Һәм оҙаҡҡамы? Синоптиктар әйтеүенсә...

Ура! Йылыта!
Ура! Йылыта!

Һалҡын май көндәре ялҡытты. Бындай һауа торошо яҙға ҡарағанда көҙҙө нығыраҡ хәтерләтә: һалҡын, ҡырау төшә, ямғыр ҡатыш ҡар яуа. Тик синоптиктар ҡыуандыра, улар алдағы көндәргә һауа торошо тураһында хәбәр итте.

Шулай итеп, оҙаҡламай йылытасаҡ. Бөгөндән, 7 майҙан яйлап көндәр йылыта башлай. Һауа температураһы +15 градусҡаса йылы буласаҡ. Әммә ямғырҙар туҡтамай, төнгө ҡырау ҙа буласаҡ әле. Урыны менән шишәмбе бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 1, 6 градус, урыны менән 0,-2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшәсәк, көндөҙ 10, 15 градус йылы.

8 майҙа иһә нығыраҡ йылыта: һауа температураһы 20 градусҡаса күтәрелә. Тик йылы менән йәшенле ямғыр һәм көслө ел киләсәк. Һауа температураһы төндә 5, 10, төньяҡ-көнсығышта 0-гә тиклем, көндөҙ 15, 20 градус йылы була.

Әммә 9-10 майҙа йәнә һыуытасаҡ, көндөҙ 9 градус ҡына йылы күрһәтә. Ә шәмбенән йәнә яйлап йылыта башлар тип көтөлә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: