Ҡырағай мөхит
10 Май 2024, 09:30

Беҙҙең имәнгә ярҙам итегеҙ!

Ҡарт ағасҡа 234 йәш. Ул Өфөлә үҫеп ултыра.

Беҙҙең имәнгә ярҙам итегеҙ!Беҙҙең имәнгә ярҙам итегеҙ!
Беҙҙең имәнгә ярҙам итегеҙ!

2024 йылдың 1 майында «Ағастар - йәнле тәбиғәт ҡомартҡылары» Бөтә Рәсәй программаһы сайтында - https://rosdrevo.ru - илдең төп ағасы өсөн тауыш биреү бара.

Конкурсанттар араһында Башҡортостандан да ағас бар. Ул - Өфөлә, Менделеев урамы, 148/4-се бинанан алыҫ түгел ерҙә үҫкән 234 йәшлек имән. Ағастың йәшен профессиональ эксперттар билдәләгән. Имәндең бейеклеге - 23 метр, олононоң диаметры - 1,3 метрҙан ашыу.

Унда ҡатнашыусы ағастарҙың исемлеге Бөтә Рәсәй программаһының сертификатлау комиссияһы менән раҫланған.

Нисек тауыш бирергә:

- www.rosdrevo.ru сайтына инегеҙ.

- Ағасты һайлап алып, «Тауыш бирергә» төймәһенә баҫығыҙ.

- Үҙегеҙҙең электрон почта адресын (e-mail) яҙығыҙ һәм «Кодты ебәрергә» тигән билдәгә баҫығыҙ.

- Тауыш биреү сәхифәһен япмайынса, һанлы кодты алыу өсөн электрон почта йәшнигегеҙгә инегеҙ («СПАМ» папкаһын да ҡарағыҙ - хаттың унда булыуы мөмкин).

- Алынған кодты яҙығыҙ һәм «Раҫларға» төймәһенә баҫығыҙ. «Тауыш ҡабул ителде» тигән яҙыуҙы күрһәгеҙ, тауыш биреү уңышлы тамамланды.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23808/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас