Ҡырағай мөхит
13 Май 2024, 01:00

Юҡ, йылытмай

Ҡырау, дауыл... Ҡасанға хәтлем өшөрбөҙ, туңырбыҙ?

Юҡ, йылытмайЮҡ, йылытмай
Юҡ, йылытмай

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы йәнә иҫкәртә: алдағы көндәрҙә республикала һауа торошо нығыраҡ боҙола.

Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 12 майҙа кисен үк көндәрҙең һалҡынайта тиелә. Төндә -5 градусҡаса һалҡын булыуы, ҡырау төшөүе ихтимал. Ямғырлы һалҡын көндәр бөгөн дә көтөлә.

Республикала елдең тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем етеүе көтөлә, шулай уҡ көслө ямғырҙар вәғәҙә ителә.

Төндә һауа температураһы +1,+6 градус тәшкил итәсәк, урыны менән ҡырау төшөүе көтөлә, шулай уҡ -5-кәсә һыуыта. Һауа температураһы көндөҙ +7,+12 градус була. Юлдарҙың айырым участкаларында бер-ике километрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Әлиә Хужәхмәтова фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас