Ҡырағай мөхит
21 Май 2024, 11:00

Илсур Мәсәлимов: "Айыуҙар миңә 10 метр етәрәк туҡтап ҡалды..."

Беҙ видеоны төшөргәнсе ниҙәр булғанын белмәйбеҙ икән әле. Баҡһаң, йыртҡыстар егеткә һөжүм итеп маташҡан.

Илсур Мәсәлимов: "Айыуҙар миңә 10 метр етәрәк туҡтап ҡалды..."Илсур Мәсәлимов: "Айыуҙар миңә 10 метр етәрәк туҡтап ҡалды..."
Илсур Мәсәлимов: "Айыуҙар миңә 10 метр етәрәк туҡтап ҡалды..."

Бер нисә көн элек Учалы районының Көсөк-Маяҡ ауылынан урманға йүгерергә сыҡҡан егеттең айыуҙарға осрап, был хәлде видеоға төшөргәндән һуң шул яҙманы ҡарағайныҡ. Ул ролик ҡыҫҡаса, өҙөлгән килеш булған, тулы вариантында Илсур Мәсәлимов хәлдең баштан нисек булғанын һөйләй. Бынан тыш, ул КП-Уфа баҫмаһы хәбәрселәренә лә ошо тарихты тулыһынса бәйән иткән.

Ғәлиәхмәр ауылы яғына йүгерергә сыҡҡан 18 йәшлек студент егет ҡыуаҡлыҡтар араһындағы тауышҡа әйләнеп ҡараһа, уға табан ике айыуҙың йүгереп килгәнен күрә. Был йыртҡыстың балалары була. Ул тертләп китә лә ҡурҡышынан ҡатып ҡала, әммә тиҙ генә үҙен ҡулға ала. "Ҡасһам, ҡыуып етәсәктәр. Ағасҡа менһәм, артымдан менәсәктәр. Әгәр хәҙер мине ботарлап ташлаһалар, әсәйем ни эшләр, мине нисек табырҙар?" - тип уйланым ти ул. 

Һәм Илсур, уларҙы ҡурҡытырға теләп, ҡулына ботаҡ ала ла бар көскә ҡысҡыра башлай. Айыу балаларының береһе ҡаса, икенсеһе ағасҡа менеп китә. Артынса уларҙың инәһе килеп сыға һәм егеткә ташланмаҡсы булып яҡынлай башлай. Илсур йәнә ныҡ итеп ҡысҡыра башлай. Һөҙөмтәлә айыу сигенә, балаларын көтөп ала ла урман эсенә инеп китә.

Егет айыуҙарҙың ситкә китеүҙәрен күргәс кенә телефон камераһына төшөрә башлай. Ә инде уның артынан килмәүҙәренә инанғас, ауыл яғына йүгерә. 

Аҙаҡ ул тағы бер видеояҙма төшөрә һәм үҙенең ул ваҡыттағы хис-тойғоларын һөйләй. Әйтеүенсә, йыртҡыстар менән осрашҡанда ул тамағы ҡарлыҡҡанса ҡысҡыра, Аллаһ Тәғәләгә ялбара һәм әсәһе тураһында уйлай. 

Фото: https://www.ufa.kp.ru/daily/27607/4933984/  

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас